Быйыл яҙ игенгә хаҡтарҙың күтәрелеүе көтөлмәй

Тулыраҡ: Быйыл яҙ игенгә хаҡтарҙың күтәрелеүе көтөлмәй

Быйыл яҙ игенгә хаҡтарҙың күтәрелеүе көтөлмәй.

Ашлыҡты һатыу сәйәсәтен көйләү хәҙер Башҡортостан хөкүмәте менән Рәсәй игенселәр союзы араһындағы килешеү нигеҙенә һалына. Бөгөн Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй игенселәр берлеге президенты Аркадий Злочевский менән осрашты.Килешеүҙең төп маҡсаты – хеҙмәттәшлек итеү. Рәсәй игенселәр союзы Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы тауарҙарын киң һатыуға сығарырға ярҙам итһә, Республика хөкүмәте берлекте мөһим мәғлүмәттәр һәм етештереүселәр менән туранан-тура аралашыу мөмкинлеген тәьмин итә. Крәҫтиәндәр донъя баҙарындағы ихтыяждарҙы белеп, сәсеүлек майҙандары һәм уңыш күләмен шуға ярашлы билдәләһә юғалтыуҙар кәмерәк булыр ине.