Бөгөн төндә Өфөлә күп ҡатлы йорт подъезында сыҡҡан янғында 1 кеше һәләк булды.
Ленин урамындағы 120 һанлы йорттағы подъезда 2 тула 20 минуттар тирәһендә сүп-сар тоҡанып китә. Ваҡиға урынына килгән ҡотҡарыусылар 10 кешене эвакуациялай. Тикшереү барышында ҡатын кешенең мәйете табыла. Уның ни сәбәптән үлгәнен Тәфтишселәр асыҡларға тейеш.