Республика башлығы указы менән Фәрхәд Самедов Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде
Фәрхәд Самедов 1959 йылда Грузияла тыуған. Мәскәү инженер-төҙөлөш институтын тамамлаған. Техник фәндәр кандидаты. Яңы вазифаға тәғәйенләнгәнсе “Берләштерелгән нефть химияһы компанияһы” акционерҙар йәмғиәте президенты булып эшләгән.