Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Яҡын арала Мосулдың бер өлөшө террорсыларҙан азат ителәсәк. Ғыйраҡ сит ил эштәре министры белдереүенсә, “Ислам дәүләте” һуғышсылары араһында хәрби эште бик яҡшы белгән һуғышсылар бар. Улар өсөн Мосул стратегик әһәмиәткә эйә. Шуға ла алыш ҡаты буласаҡ тигән Ғыйраҡ вәкиле.

Америка Израилдағы илселеген Тель-Авивтан Иерусалимға күсерергә уйлай. Израиль етәкселеге Дональд Трамптың был тәҡдимен хуплап сыҡҡан. Фәлестин етәксеһе Мәхмүт Аббас был ғәмәлде тормошҡа ашырыу Фәлестин-Израиль конфликтын тағы ла көсәйтеүе ихтимал.

Европала Рәсәйгә ҡарата индерелгән санкцияларҙы ғәмәлдән сығарырға талап итәләр. Европа берлеге үткәргән сәйәсәткә ризаһыҙлыҡ белдереп һөт етештереүселәр вентиляторҙар ярҙамында Брюсселдә берлек шураһы бинаһын киптерелгән һөткә батырған.

Велосипедта ҡышында йөрөргә мөмкин. Швейцарияла ҡышҡы велофестиваль үткән. Өс этап йомғаҡтары буйынса ирҙәр араһында Швейцария, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Голландия спортсылары еңеү яулаған.