Рәсәйҙә февралдән пенсия 5,4 процентҡа арта.
Премьер-министр Дмитрий Медведев ошо турала бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Шулай итеп, пенсияның страховка өлөшө 294 һумға арта һәм 5 мең 724 һумға етә. Пенсия уҙған йылдағы инфляция күрһәткесенә ҡарап индексациялана. Социаль түләүҙәр өсөн бюджетта 230 миллиард һум һалынған. Хөкүмәттә әле икенсе документ та ҡарала. Уның буйынса, 1 апрелдә пенсиялар йәнә күтәрелә. Әлеге ваҡытта Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы проект өҫтөндә эшләй.