Киләсәктә Рәсәйҙә хайуандарға ҡағылған ике исемлек төҙөләсәк.
Беренсеһенә–махсус дәүләт реестрында теркәлергә тейешле йән эйәләре, ә икенсеһенә йортта тоторға рөхсәт ителмәгәндәре инәсәк. Ксения Сергеева йыш ҡына улы менән зоомагазиндарҙа йөрөргә ярата. Кескәйҙәрҙә бала саҡтан уҡ дүрт аяҡлы дуҫтарыбыҙ өсөн яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләргә кәрәк, ти ханым. Рәсәйҙә әле “хайуандарға чиптар ҡуйыу” тураһындағы закон проекты әһерләнә. Тиҙҙән ул дәүләт думаһына тапшырыласаҡ. Малға 2018-се, ә эт-бесәйҙәрҙе 2019-сы йылдан чиптар куя башлау ҡарала. Улар экзотик йәнлектәргә лә кәрәк булырмы юҡмы, әллә уларҙы йортта тоторға бөтөнләй тыйырҙармы -уныһы әлегә билдәһеҙ. Экзотик йән эйәләренең 90 процентын эт-бесәйҙәргә ҡарағанда тәрбиәләү еңелерәк, ти белгестәр. Һөйрәлеүселәрҙе ике аҙнаға бер ашатһаң, үрмәкселәрҙе айына бер туҡландырыу ҙа етә.Киләсәктә хайуандарҙы теркәү өсөн махсус мәғлүмәт системаһын булдырыу ҙа күҙ алдында тотола. Уны булдырыу һәм ғәмәлгә ашырыу планы ил хакимиәте тарафынан раҫланды.Күмәк тыңлауҙарҙан һуң закон проекты дәүләт думаһына тапшырыласаҡ. Яҙғы сессия аҙағынаса закондағы был яңылыҡтарҙы ғәмәлгә ашыра башлау ҡарала.