Түләү күләме арта

Түләү күләме арта

Өфө ҡала хакимиәте Оборона министрлығы менән Рәсәйҙең Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү тураһында килешеү төҙөгән яҡташтарыбыҙға бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен арттырҙы. Бығаса ул 300 мең һум ине, хәҙер – 400 мең һум. Тейешле ҡарарға ҡала мэры Ратмир Мәүлиев ҡул ҡуйҙы. Түләү 2024 йылдың 15 октябренән ҡала биләмәһендә урынлашҡан хәрби комиссариаттарҙың береһенә мөрәжәғәт иткән граждандарға бирелә. Уны алыу өсөн йәшәгән урын буйынса район хакимиәтенә ғариза яҙырға кәрәк. Быйыл июлдә Республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса төбәктән түләүҙәр суммаһы – 205 мең һумдан 505 мең һумға тиклем арттырылғайны. Шулай итеп, контракт төҙөгәндән һуң бер тапҡыр бирелә торған дөйөм сумма 1 миллион 305 мең һумға етте. Уның 400 меңе илдең оборона министрлығынан, 505 меңе – Башҡортостандан, 400 меңе – Өфөнән.