Иглин районында 30-ға яҡын уҡыусы мәктәптә дистанцион формала уҡырға мәжбүр. Сөнки октябрь башынан Авангард, Ҡуш күл һәм Покровка ауылдарына мәктәп автобусы йөрөмәй. Сәбәбе – юлдар алама. Был хәлдән сығыу юлдарын ата-әсәләр менән бергә беҙҙең хәбәрселәр эҙләне. Яңы фәндәр, яңы уҡытыусылар... 5-се сыныф уҡыусыһы Надяның яңы уҡыу йылы ҡатмарлыҡтар менән башланып китте. Сөнки барлыҡ яңылыҡтарҙы уға үҙ көсө менән өйҙә үҙләштерергә тура килә. Уҡытыусы аңлатһа күпкә еңелерәк булыр ине, ти ҡыҙ. Уҡыу йылы башланыуға 2 ай ҙа үтмәй, Таутөмән мәктәбе уҡыусылары дистанцион уҡыу формаһына күскән. Сәбәбе киҫкен респиратор сир ҡотороуы йә каникулдар түгел, мәктәпкә йөрөү өсөн автобустың булмауы. Таутөмән мәктәбенең тағы 28 уҡыусыһы ошондай уҡ хәлдә ҡалған. Улар Авангард, Ҡуш күл һәм Покровка ауылында йәшәүселәр. Әйткәндәй, тап ошо урындан балаларҙы мәктәп автобусы килеп алырға тейеш. Күреүегеҙсә, бында туҡталҡа ла машинаға боролор урын да юҡ. Хәҙер автобус та йөрөмәй башлаған. Әммә балаларын мәктәпкә алып барырға һәм ҡаршы алырға күпселек ата-әсәләрҙең мөмкинлеге юҡ. Автобусты йөрөтмәүҙең төп сәбәбе, юлдың алама хәлдә булыуы, тип аңлатма бирә Башавтотранс ойошмаһы. Актта яҙылыуынса: туҙып бөткән юл япмаһы, соҡор-саҡыр, юл хәрәкәте билдәләренең булмауы. Ғөмүмән, мәктәп автобусы бындай хәүефле юлдан йөрөргә тейеш түгел. Ата-әсәләр әйтеүенсә, элек автобустың береһе Таутөмән ауылы буйлап йөрөһә, икенсеһе ситтә ятҡан ауылдарҙан балаларҙы алып килгән. Хәҙер икеһе лә йөрөмәй.Ата-әсәләр уҡыусы балаларын йөрөтөү өсөн эштән һорап китергә мәжбүр. Сөнки белемгә юл тимер юл аша ята. Ҡайһы бер балалар яңғыҙҙары ошо юлды көн дә йәйәү үтергә мәжбүр.Тағы шуныһы, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашыу алдан иҫкәртелмәгән һәм бының өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡһығыҙ, тип чиновниктар халыҡты ҡурҡытып та маташҡан. Ысынында иһә бер кем дә митинг үткәрергә йыйынмай. Ә Иглин районы хакимиәтенән беҙҙе юлдарҙы тиҙ арала ямай башлаясаҡтар, тип ышандырҙылар. Әммә юлдарҙың алама булыуы сәбәпле ситтә ятҡан ауылдарға автобус барып етә алмаясаҡ, ти чиновниктар. Ата-әсәләргә улар, балаларын айырмаға тиклем алып сығырға тәҡдим иткән. Айырмаға тиклем юдың тағы ла аламараҡ булғанын иҫәпкә алғанда, балалар автобусҡа тиклемге 3 саҡрым юлды йәйәү үтергә тейеш буласаҡ. Тимәк, яҡтыртылмаған, бысраҡ юлдан 40-50 минут самаһы атларға кәрәк. Юлды көҙгө каникулға тиклем эшләп бөтәсәкбеҙ, тип вәғҙәләнеләр хакимиәттә. Уҡыусылар яңы сиректе мәктәптә башларға ниәтләй.
Белемгә һикәлтәле юл
Белемгә һикәлтәле юл