Өфөлә элекке Искра кинотеатры артындағы Кирилл һәм Мефодий ҡорамын һүтеп яңыны төҙөй башланылар. Бында барған эштәр тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина репортажы. Яратҡан башҡалабыҙ көндән көн яҡшы яҡҡа үҙәгәрә. Өфөлә төрлө иғтибарһыҙ ҡалған урындарҙы төҙөкләндерелә. Улар араһында элекке Искра кинотеатры эргәһендәге биләмә лә бар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уны тәртипкә килтереп халыҡ өсөн ял итеү урыны булдырыла. Бында йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә килергә ярата. Бында шулай уҡ 1993-сө йылда төҙөлгән ҡорам да бар. Тик билдәле тикшеренеүҙәрҙән һуң ул авария хәлендә булыуы асыҡлана. Шуға ла уны һүтергә тигән ҡарарға киләләр. Яңы ҡорамды юҡҡа ғына тап элеккеһе урынында төҙөмәйҙәр. Сөнки был урын тылсымлы, рухи көс менән һуғарылған. Шулай уҡ был ҡорам менән күптәрҙең тормош ваҡиғалары бәйле.Әлеге ваҡытта яңы ҡормадың иҙәне йәйелгән, электр сымдары индерелгән, эргә-тирәләге биләмәне тәртипкә килтереү бара. Шулай уҡ тиҙҙән ҡорам көмбәҙе һәм тәре урынлаштырыласаҡ. Бында эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау ҡаралған.
Кирилл һәм Мефодий ҡорамын һүтеп яңыны төҙөй башланылар
Кирилл һәм Мефодий ҡорамын һүтеп яңыны төҙөй башланылар