Автомобиль номерҙарын ҡаплаған водителдәр яуапҡа тарттырыласаҡ

Автомобиль номерҙарын ҡаплаған водителдәр яуапҡа тарттырыласаҡ

Рәсәйҙә автомобиль номерҙарын ҡаплаған водителдәр яуапҡа тарттырыласаҡ. Ил президенты Владимир Путин ошо туралағы законға ҡул ҡуйҙы. Автомобиль номерын ҡаплау өсөн төрлө ысулдар йәки уны үҙгәртеү өсөн төрлө ҡорамалдар ҡулланған водителдәрҙең бер йылдан бер йыл ярымға тиклем таныҡлығы тартып алынасаҡ. Әгәр водитель номерҙы ҡаплау өсөн ошондай ысулды тағы ла ҡуллана ҡалһа, уға йыл ярым йәйәү йөрөргә тура киләсәк. Элек бындай хоҡуҡ боҙған өсөн 1 айҙан 3 айға тиклем таныҡлыҡ тартып алына ине.