Республиканың Дәүләт автомобиль инспекцияһы йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыларына алмаштырырға тәҡдим итә. Төндәрен республикала һауа температураһы нолдән түбән төшә. Шуға ла иртәләрен аварияға тарыу осраҡтары бермә-бер арта. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡышҡы айҙарҙа йәйге тәгәрмәстәрҙә йөрөү федераль закон менән тыйылған. Оҫта водителдәр хәҙерҙән үк машинала йөрөү стилен үҙгәртергә, ҡапыл туҡтамаҫҡа, бер рәттән икенсеһенә ҡапыл күсмәҫкә кәңәш итә.
Тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыларына алмаштырырға ваҡыт етте
Тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыларына алмаштырырға ваҡыт етте