Бик күп ялыуҙар килде, мөрәжәғәттәр ғәҙел, тине Радий Хәбиров дүшәмбе һайын үткән оператив кәңәшмәлә. Унда ҡаралған мәсьәләләргә хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин байҡау яһаны. Яңы аҙна Башҡортостан Хөкүмәтенә бәйле яңылыҡтарҙан башлана. Республика хөкүмәтен составында быға тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарған Рөстәм Хафизов та буласаҡ. Уның вәкәлләттәре әлегә теүәл аталмаһа ла, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ошо турала айырым белдерҙе. Ә бөгөндән иһә республикала ҙурлығы буйынса икесе урында килгән Стәрлетамаҡта яңы мэр. Башҡортостан был көндәрҙә “Рәсәй-спорт державаһы” форумына ла йомғаҡ яһай. 5 меңдән ашыу делегат, бихисап ҡунаҡтар, тиҫтәләгән илдәрҙән килгән вәкилдәр – быларҙың барыһы ла республиканың абруйлы сараны юғары кимәлдә үткәреүенә миҫал. Әммә, маҡсаттар бының менән генә тамамланмай. Хәҙер Башҡортостан иһә үҙ алдына, спорт өлкәһендәге бурыстарын бойомға ашырырға тейеш. Радий Хәбиров Хөкүмәт ағзаларын театрға ла саҡыра. Уның сәбәбе лә бар. Республиканың Милли йәштәр театры коллективы Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса “Ҡара һыуҙар” спектаклен сәхнәләштергәйне. Башҡортостан етәксеһе был тамашаға юғары баһа бирә. Башҡортостан менән Абхазия араһы ла яҡыная. Был республика президенты Аслан Бжания Өфө һәм Сухум араһында тура авиабәйләнеш булдырырға саҡыра. Ҡара диңгеҙ ярындағы был дәүләттә аэропорт яҡын аралы файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Абхазияның рәсми етәкселегенең был тәҡдиме беҙҙең республика өсөн ныҡ әһәмитәле, тигән фекерҙә Радий Хәбиров. Башҡортостандың авиация ғына түгел, ә башҡа йүнәлештәрҙә һөҙөмтәләргә ирешә. Республика бөгөн үҙен тулыһынса ит һәм һөт, картуф, он менән тәьмин итә. Хөкүмәт рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов әйтеүенсә, йыл башынан ауыл хужалығы, эшкәртеү сәнәғәтенең тулайым әйләнеше йөҙҙәрсә миллиард һум менән баһалана. Ауыл хужалығы тауарҙарын ташыу өсөн иң ҡулай ысулдарҙың береһе – тимер юлдар. Республикала транспорттың ошо тармағы әле яҡшы хәлдә. Башҡортостанда быйыл ғына 5 миллион самаһы кеше тап поездар, электричкалар ҡулланған. Ә яңы йылдан Өфөнән мәскәүгә айырым бер состав йөрөйәсәк. Башҡортостан башлығы республика һәм Куйбышев тимер юлдары араһындағы мөнәсәбәттәргә ҙур һәм ыңғай баһа бирә. Был аҙнала, мәҫәлән, республика делегацияһы Куйбышев тимер юлдарына 150 йыл тулыуға арналған сараларҙа ла ҡатнаша. Радий Фәрит улы Хөкүмәттең алдында торған бәләкәй, әммә айырым райондар өсөн үтә лә әһәмитле булған бер бурысты билдәләне. Ул Федоровка менән Көйөргәҙелә ике йыл дауамында һаман да төҙөлөп бөтмәгән бассейн. Ошо һорауға яуап шәмбелә билдәле булырға тейеш.
Республика башлығы йылытыу миҙгеле башланыуға өслө билдәһен ҡуйҙы
Республика башлығы йылытыу миҙгеле башланыуға өслө билдәһен ҡуйҙы