Рәсәй Хөкүмәте ауыл ипотекаһы программаһына аҡса йүнәлтә

Рәсәй Хөкүмәте ауыл ипотекаһы программаһына аҡса йүнәлтә

Рәсәй Хөкүмәте ауыл ипотекаһы программаһын һаҡлап ҡалыу өсөн 6 миллиард 800 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтә. Министрҙар кабинеты башлығы Михаил Мишустин ошо туралағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Был аҡса бынан алдараҡ бирелгән 142 меңдән ашыу займды субсидиялау өсөн иҫәпләнгән. Йорт биләмәләрен төҙөкләндереүгә 5 процентҡа тиклемге ставка менән льготалы кредиттар программаһын дауам итеүгә 330 миллион һум самаһы бүленә. Аҡсаны электр уты, һыу һәм газ, канализация үткәреүгә, йылылыҡ менән тәьмин итеүгә, шулай уҡ инженер системаларын һәм ҡыйыҡты йүнәтеүгә тотонорға мөмкин. Ауыл ерендә өй һатып алыу һәм төҙөү, биш ҡатлы йорттарҙан фатир һатып алыу өсөн йылына 3 процент менән ауыл ипотекаһы 2020 йылдың ғинуарынан башланғайны. Министрҙар кабинеты мәғлүмәттәре буйынса, дүрт йылда программала 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Башҡортостанда 2020-2023 йылдарҙа 7 мең 478 кеше ауыл ипотекаһы алған.