Башҡортостан, Рәсәй генә түгел, ә бәлки донъя йәмәғәтселеге был көндәрҙә шағир Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуҙы билдәләй. Ҡәләм оҫтаһы хөрмәтенә Республика тетарҙарында уның әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектаклдәр премьералары үтһә, Башҡортостандың Милли музейында кимәлендә «Эй, мөхәббәт, һин үлемһеҙлек бүләк иттең» тигән күргәҙмә эш башланы. Был күргәҙмә Мостай Кәримдең шиғриәте, уның әҙәби мираҫын ғына сағылдырмай. Уның ҡулъяҙмалары, шәхси әйберҙәре, ғаилә архивында һаҡланып, быға тиклем йәмәғәтселеккә тәҡдим ителмәгән фотоһүрәттәр тупланған. Үҙенсәлекле экспонаттар исемлегендә Мостай Кәрим әҫәрҙәренә нигеҙләнгән спектаклдәр гейроҙары костюмдары, шағирҙың ғүмерен дошман пуляһынан ҡотҡарған комсомол билеты. Мостай Кәрим исемендәге фонд етәксеһе, әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла яҙыусының иҫтәлеген хөрмәтләгәндәре өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. «О, мөхәббәт, һин үлемһеҙлек бирҙең!» күргәҙмәһенә килеүселәр «Өс таған», «Һеңлекәш», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» фильмдары менән таныша ала.
Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу билдәләнә
Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу билдәләнә






