Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән төбәктәргә интеллектуаль транспорт системаларын индереү өсөн ҡаҙнанан аҡса бүленәсәк. 3 миллиард 200 миллион һумлыҡ аҡса 300 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа юл хәрәкәтен менән идара итеүҙе автоматлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән. Федераль хөкүмәт ҡарары менән быйыл ошо маҡсатҡа Башҡортостанға 93 миллион һум бүленә. Хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә әле интеллектуаль транспорт системаһы программаһы буйынса светофорҙар яңыртыла. Улар транспорт ағымынан сығып, юл камераларынан алынған мәғләүмәт нигеҙендә тығындар булдырмай. Быйыл был система 39 светофорға ҡуйыласаҡ
Интеллектуаль транспорт системаларын индереүгә аҡса бүленәсәк
Интеллектуаль транспорт системаларын индереүгә аҡса бүленәсәк