Һүҙ Вуз-ара студенттар кампусы биләмәһендә урынлашасаҡ геном үҙәге тураһында бара. Объект төҙөлөшө, кампуста әүҙем рәүештә эшләп килгән лабораториялар тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжеты. Нимә менән генә шөғөлләнмәйҙәр вуз-ара студенттар кампусы ғалимдары. «Углерод технологиялары үҙәге» лабораторияһында, мәҫәлән, күмерҙе билдәле реакция ярҙамында төҙөлөш материалдарын нығыта торған ҡоромға әйләндерәләр. Был лабораторияның икенсе өлөшөндә спектр, йәғни яҡтылыҡтың сифатын тикшереү менән шөғөлләнәләр. Бындағы фәнни эҙләнеүҙәргә таянып шуны асыҡлағандар: ҡандың төҫө ҡыҙыл, тик уны тағы ла йәшел, зәңгәр төҫтәргә айырырға мөмкин. Кибер ателье лабораторияһында ла эш ҡайнай. Тап бында кейем проекттары булдырыла. Үҙенсәлекле 3-Д сканер ярҙамында кешенең виртуаль игеҙәге барлыҡҡа килә һәм уға таянып артабан тегеү машиналарында эш башлана. Башта сигеүҙең һүрәте, артабан төҫө һайлана. Һәм бер хәрәкәт ярҙамында машина үҙ эшен башлай. Ә бына аддитив лабораторияла төрлө алымдар ҡулланып 3-Д принтерҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә кәрәкле әйберҙәрҙе баҫтырып сығаралар. Уларҙы буласаҡ табиптарҙы уҡытҡанда һәм төрлө операцияларға әҙерләнгәндә ҡулланалар. “Геном һәм постгеном технологиялары” лабораторияһында кешеләрҙең төрлө ауырыуҙарға бирешеүсәнлеген тикшерәләр. Ғалимдар асыҡлауынса, теге йәки был ауырыу, тәү сиратта, нәҫелгә, йәғни гендарға бәйле. Шуға ла был мәсьәләне фәнни яҡтан өйрәнеү өсөн геном үҙәгенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ буласаҡ. Геном үҙәгендә мәғлүмәт технологияларын һәм генетиканы берләштереп эш алып барыласаҡ. Геном үҙәгендә эштәрҙең ҡыҙған мәле. Ул вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшөнөң бер өлөшө булып тора. Вуз-ара кампус биләмәһендә урынлашҡан геном үҙәге 5 ҡаттан торасаҡ, уларҙың береһе -1 билдәһендә. Минус 1-се ҡатта техник өлөш, 1-се ҡатта рессепшен һәм кофетерий, 2-се һәм 3-сө ҡаттарҙа уҡыу урындары һәм лабораториялар, 4-се ҡатта конференциялар өсөн зал булдырыу күҙаллана. Геном үҙәгенең бер ҡаты 1100 квадрат метрҙы тәшкил итә, был бинаны июнь айында төҙөй башлайҙар, эштең тиҙ барыуы арҡаһында октябрь айында уны яртылаш әҙер тиергә була. Бинаның эсендә лә төрлө эштәр алып барыла. “Геном үҙәгендә фундаменталь һәм ғәмәли биомедицина тикшеренеүҙәре лә үткәреләсәк. Персональ медицина, генетикала яһалма интеллект, биоинформатика һәм башҡа өлкәләрҙә эш алып барыласаҡ. Республика башлығы әйтеүенсә, бында мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә дисциплина-ара проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҡарала. Ғөмүмән, Башҡортостанда медицина, генетика һәм яһалма интеллектты үҫтереү өлкәһендә киләсәктә алға китеш өсөн ҡеүәтле инфраструктура базаһы булдырыла.
Өфөлә донъя кимәлендәге үҙәк төҙөлә
Өфөлә донъя кимәлендәге үҙәк төҙөлә






