Башҡорт хор музыкаһы хәҙер махсус антологияла донъя күрәсәк

Башҡорт хор музыкаһы хәҙер махсус антологияла донъя күрәсәк

Бының өсөн Өфөлә беренсе тапҡыр айырым аудиойыйынтыҡ әҙерләнә. Тупланмала башҡорт композиторҙарының 1940-сы йылдан ижади ителгән әҫәрҙәре яҙыла. Яңы проект һәм уның мөһимлеге тураһында хәбәрсебеҙ Ләйсән Мөхәмәдйәрова яҙмаһында. Музыкаль антологияны әҙерләүҙәге иң ҙур ҡатмарлыҡ – акустика. Йыр, бигерәк тә, хор капеллаһы башҡарыуындағы композицияның дөрөҫ яңғырашы, тауыштарҙың юғалмауы айырыуса әһәмиәтле. Башҡортостандың Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы өсөн аудиоантология әҙерләү ҙур һынау ғына түгел. Был йыйынтыҡ коллективтың ижади яҡтан иң юғары кимәлдә булыуын раҫлай. Тағы ла бер бурыс тамашасыларға башҡорт композиторҙарының уникаль музыкаль мираҫы тураһында һөйләү. Башҡорт композиторҙарының һуңғы 80 йылда яҙған музыкаһын бергә туплау ентекле әҙерлек тә талап иткән. һәр авторҙың ижади мираҫын өйрәнеү, ноталарҙы табыу һәм тергеҙеү өсөн ваҡыт та, көс тә кәрәк. Был музыка белгестәренең эше. Ә йырсыларға төп талап – дөрөҫ һәм теүәл башҡарыу. Таһир Сәйфуллин исемендәге Башҡорт дәүләт хор капеллаһының музыкаль антологияны әҙерләүҙең тағы ла бер сәбәбе бар. Данлыҡлы коллектив ойошторолоуға тиҙҙән 55 йыл. Капелла үҙ юбилейына бүләктәрҙе үҙе тапшырырға ниәтләй. Ә башҡорт хор музыкаһының әле әҙерләнгән аудиоантологияһы тамашасылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырып та өлгөрҙө. Киләсәктә ошо яҙмаларҙы республиканың сәнғәт коллледждары һәм юғары уҡыу йорттарында методик аудиоәсбап итеп тә ҡулланыу мөмкинлеге бар.