Павел Самойлин Өфөгә ҡайтты

Павел Самойлин Өфөгә ҡайтты

Республика башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Уларҙың араһында беҙҙең коллега Павел Самойлин да бар. Уның яҙмышы айырым фильм төшөрөүгә лайыҡ. Ул махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән киткәйне. Апрель айында ҡаты яраланып харабалар аҫтында ҡала. Дошман дрондарының туҡтауһыҙ һөжүме арҡаһында уға ярҙам бишенсе көнгә генә килеп етә.

Госпиталдә ятып сыҡҡандан һуң Павел Самойлин Өфөгә ҡайтты. Взвод командирына ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены тапшырылғайны. Ҡосаҡтарҙың иң ҡайнары, иң бәләкәй һәм әлегә берҙән бер ейәне Мишаға. Перронда Самойлиндың ғаиләһе атайҙарын, олатайҙарын ғына түгел ысын мәғәнәһендә махсус хәрби операция геройын ҡаршы алды. Билдәле журналист, дәүләт эшмәкәренең иҫән-имен ҡайтып етеүенә барыһы ла шат. Ҡаршы алырға туғандары ғына түгел, элек бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, журналистар килгәйне. Ғаилә башлығы, 5 бала атаһы Павел Самойлин үткән йыл ноябрь айында контракт буйынса хеҙмәткә юлланғайны.Фронттың иң алдынғы һыҙығында торған подразделениеға – штурмлаусылар отрядына эләгә. Әйткәндәй, легендар журналистың позывнойы ла үҙенсәлекле. Башҡорт телендә – «Ҡайтыр» тип йөрөтәләр уны. Ә көс күп кәрәгә яугиргә. Бигерәк тә, ғүмере ҡыл өҫтөндә булғанда. Дошман дрондарының сираттағы һөжүменән һуң ул ҡаты яралана. Иҫен юғалта һәм 4 тәүлек емреклектәр араһында ята. Ярҙам бишенсе көнгә генә килә. Павелдың ике ҡулы, ике аяғы ла яралана, контузия ала. Яуҙаштары уның артынан килгәндә бөтөнләй хәрәкәтһеҙ була. Иҫән ҡалыуы ысынлап та мөғжизә, ти батырҙың ҡыҙы. Госпиталдә ярты йыл самаһы реабилитация үтә. Әле уң аяғын ныҡлы дауалайһы бар. Башҡортостанда Павел үҙен үлемдән ҡотҡарған яугир дауҫтары менән осрашырға ниәтләй. Тулыһынса төҙәлгәс, махсус хәрби операцияға яңынан барасағын да инҡар итмәй. Взвод командиры Павел Самойлинға ҡаһарманлығы өсөн оборона министрлығының иң юғары наградаһы- Батырлыҡ ордены тапшырылды.