Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу айҡанлы республика театрҙарында яҙыусының әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған спектакльдәр күрһәтелде. Салауат ҡалаһындағы рус йәштәр театры ла Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә” трагедияһы буйынса спектакль премьераһын тәҡдим итте. Йолалар һәм ғөрөф- ғәҙәттәрме, әллә мөхәббәтме, нимә көслөрәк һәм миһимерәк. Был һорау спектакль дауамында ҡыҙыл еп булып үтә. Спектальдең төп геройҙарҙын ғазап көтә. Ире вафат булғандан һуң бай һәм хакимлыҡ итеүсе ҡатын Тәнкәбикә боронғо нәҫел менән идара итә. Уның ғаиләһендә өс ул, уларҙың өлкән улы Юлмырҙа һығышта һәләк була. Аҡһаҡалдар кесе һәм урта улдарын уларҙың йөрәктәренә ятмаған кешеләргә өйләндереү тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм ғаиләлә ыҙғыш башлана. Рауил Хәкимов әйтеүенсә, был спектаклде ҡуйырға ниәтләгәс, булған шиғри тәржемәләрҙән ситкә тайпылырға ҡарар итә һәм авторҙың тексын үҙе тәржемә итә. Режиссер,тәүге сығанаҡтың мәғәнәһен юғалтмаҫ өсөн, һәр һүҙ өҫтөндә эшләй. Спектаклдә театрҙың бөтә труппаһы ҡатнаша. Тәңкәбикә ролен Башҡортотсна республикаһының халыҡ артисы Венера Хәсәнова башҡара, ә Зөбәржәтте йәш актриса Руфина Мортазина уйнай. Роль уға еңелдән бирелмәй, тип белдерә. Төнгә тиклемге репетициялар, тегеү цехының, декораторҙарҙың һәм хатта режиссерҙың әсәһенең ҡатмарлы эше бер кемде лә битараф ҡалдырмаған спектакльгә әйләнә. Режиссер үҙе әйтеүенсә, постановка өҫтөндә эшләү бик ҡатмарлы, әммә ҙур иғтибарға лайыҡ, ти. “Ай тотолған төндә " — Рауил Хәкимовтың яратҡан әҫәрҙәренең береһе. Тамашасылар спектаклде юғары баһаны. Һәр кемдә ул тәрән тәьҫораттар ҡалдырҙы.Тамашасылар яҡын арала “Ай тотолған төндә” спектаклен тағы ла ҡарай ала. Театр репертуарындағы яңы спектаклде яҙыусының ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла ҡараясаҡ.
“Ай тотолған төндә” трагедияһы буйынса спектакль премьераһы
“Ай тотолған төндә” трагедияһы буйынса спектакль премьераһы