Бөгөн төндә Өфөлә тағын янғын һүндерҙеләр

Тулыраҡ: Бөгөн төндә Өфөлә тағын янғын һүндерҙеләр

Бөгөн төндә Өфөлә тағын янғын һүндерҙеләр.

Зенцов урамындағы шәхси йорт янып китте.Тиҙҙән ғәҙәттән тыш хәл урынына янғын һүндереүселәр ҙә килеп етте. Бер-нисә минуттан улар күп һанлы шаһиттарҙы ҡыуа башланы. Баҡтиһәң, ҡотҡарыусылар йортта газ баллоны тапҡан. Ул шартлаһа, фажиғә кимәлен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Утты һүндереүгә ике сәғәт смаһы ваҡыт талап ителә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул тәмәке төпсөгөнән сыҡҡан, тип хәбәр итә кп.ру.