2019-сы йылға Өфө тимер юл вокзалы тулыһынса төҙөкләндерелеп бөтәсәк.
Был маҡсатҡа 900 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Бөгөн Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов Куйбышев тимер юлдары йәмғиәте етәксеһе Рәшит Сәйбаталов менән осрашты. Унда Өфө тимер юл вокзалы төҙөлөшөн тамамлау тураһында һүҙ барҙы. Бынан тыш, юбилейлы датаға Шаҡша станцияһын төҙөкләндереү, йәйәүлеләр өсөн тимер юлдары аша үткәүел төҙөү, платформаларҙы яңыртыу планлаштырыла.Рәсәй тимер юлдары вәкилдәре Башҡортостан хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов менән дә осрашты. Унда Куйбышев тимер юлдары һәм республика хөкүмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.Һөйләшеү ваҡытында иҫке вагондарҙы яңыларына алмаштырыу, юлдарҙы киңәйтеү, станцияларҙы камиллаштырыу мәсьәләһе тикшерелде.