Башҡортостанда яңы төр троллейбустар етештерелә башланы

Тулыраҡ: Башҡортостанда яңы төр троллейбустар етештерелә башланы

Башҡортостанда яңы төр троллейбустар етештерелә башланы.

Электр тогы ярҙамында эшләүсе был транспорт хәҙер яҡынса ун биш саҡрым ерҙе аккумулятор көсө ярҙамында ла үтә ала. Машиналар Өфөлә троллейбус линиялары һуҙылмаған микрорайондарҙы ла тоташтыра ала. Республикала был проект хуплау табасаҡмы, юҡмы, әлегә билдәһеҙ. Өфөлә троллейбус һәм трамвай паркын яңыртыу көн талабы. Башҡортостанда электр транспортының туҡһан проценты иҫкергән. Тулыһынса яңыртылған составтар пассажирҙар мәнфәғәтен ҡәнәғәтлендергән дә кеүек. Тик яңыны яңыртылған алыштыра алмай. Бөгөн Өфөгә йыл һайын 10 троллейбус һатып алырға кәрәк. Яңы троллейбустар социаль транспорт системаһын камиллаштырырға тейеш. Хаҡы уртаса 12, 13 миллион һум торһа ла машиналарҙың отошло яҡтары бихисап. Беренсеһе – ул пассажирҙар өсөн уңайлы. Икенесеһе һәм иң мөһиме, әлбиттә, ул экологик яҡтан таҙа транспорт. Яҡын арала Өфөлә ошондай 20 машина йыйыласаҡ. Был проекттағы төп ҡағиҙә. Ә троллейбустар иһә яҡынса ай ярымдан Өфө урамдарына сығырға тейеш.Өфөләге яңы троллейбустарға һорау ҙур булмаҡсы. Әгәр ҙә баш ҡала һәм Стәрлетамаҡ транспорттың был төрөнә хаҡ ҡиммәт тип, уны алыуҙан баш тартһа, сиратта Санкт –Петербург, Пенза, хатта Ҡырым ҡалалары тора. Яңы троллейбусты етештереүҙә бер-нисә ойошма, хатта сит ил инвесторҙары ла ҡатнаша. Өфөләге төп социаль транспорт – троллейбус һәм трамвай паркының артабанғы яҙмышы бер-нисә йылдан ғына тулыһынса аныҡланасаҡ. Әлегә иһә баш ҡала халҡы иҫке машиналарҙа йөрөргә мәжбүр.