Уңайлыҡмы, ҡыйынлыҡмы?

Тулыраҡ: Уңайлыҡмы, ҡыйынлыҡмы?

Уңайлыҡмы, ҡыйынлыҡмы?

2017 йыл башынан ике документты бер юлы бирергә вәғәҙә иткән электрон портал ҡулланыусылар өсөн һаман ябыҡ. Павел Зелев шәхси эшҡыуар булараҡ уңайлы биналарҙың бер нисәһен һатып алып бер юлы теркәргә теләй. Әлегә тиклем ҡыйынлыҡтар булманы, ти. Милеккә ҡағылған бар мәғлүмәтте Кадастр палатаһы һәм Росреестр аша үҙ-аллы тикшереп документтарҙың электрон өлгөләрен алаһы ғына ине, бөгөн был хеҙмәттәрҙең порталы эшләмәй.Күсемһеҙ милек агентлығы белгестәре лә ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар сәбәпле, килешеүҙәр төҙөүҙе кисектереп торорға мәжбүр. Тейешле белешмә алыр өсөн күп йүнәлешле белешмә биреү үҙәктәренә яҙма мөрәжәғәт итергә кәрәк.Нотариусҡа килгән кешеләрҙе лә белгестәр күсемһеҙ милеккә ҡағылышлы белешмәләрҙе элеккесә тиҙ генә бирә алмай. Ашығыс осраҡта фатир хужалары белешмә алырға шул уҡ күп йүнәлешле үҙәктәргә –үҙҙәре юллана. Күсемһеҙ милектең юридик эскерһеҙлеген нотариустар үҙ хеҙмәтенең берҙәм порталынан алһа, кадастр белешмәне тик кадастр палатаһы менән росреестрҙың берләшкән махсус порталынан ғына табып була. Белгестәр уның үткән йылдағыса тотҡарлыҡһыҙ эшләй башларына ышана. Йыл башынан күсемһеҙ милекте теркәүсе берҙәм реестр буласағы иғлан ителгәйне. Милек теркәү һәм уға кадастр паспортын эшләүҙе бер урында башҡарыу халыҡ өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар тыуҙырырға тейеш. Килеп тыуған ҡыйынлыҡтарҙы росреестр сайт эшен көйләү саралары менән аңлата.Берләшеүҙең йәнә бер яңылығы белешмәләрҙең хаҡы арта. Юридик шәхестәр өсөн бер белешмә 900 һумға етә.