Республика башлығы Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән осрашты

Тулыраҡ: Республика башлығы Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән осрашты

Республика башлығы Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән осрашты.

Спорт менән шөғөлләнергә, һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә һәм күңелгә яҡын булған китаптар уҡырға. Рәстәм Хәмитов йәштәргә ошондай кәңәш бирҙе. Бөгөн Студенттар байрамы уңайынан Республика башлығы Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән осрашты. Буласаҡ йәш белгестәр төбәк етәксеһенән уҡыу йортона ятаҡ, хоккей майҙансығы төҙөү, студенттар өсөн йәмәғәт транспортында бушлай йөрөү кеүек һорауҙарға яуап алды. Фәнни асыштарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләһе лә ситтә ҡалманы. Рөстәм Хәмитов өфөлә бындай майҙан булдырыу мәсьәләһе әле хәл ителә тине.Студенттар көнөн Башҡортостан 200 меңдән ашыу студент билдәләй. Республикала дәүләт ҡарамағындағы 10, коммерция нигеҙендәге 3 юғары уҡыу йорто бар. Шулай уҡ ситтәге ВУЗ-дарҙың филиалдары ла байтаҡ. Урта белем биреү системаһында 100 меңгә яҡын студент һөнәр үҙләштерә.