Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай мәктәптәр һәм балалар баҡсалары биләмәһендә тәмәке тартҡан өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү тураһында федераль закон проектын Дәүләт Думаһына тапшырҙы. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, бәлиғ булмағандарҙың тәмәке менән мауығыуы борсолоу тыуҙыра. Мәғлүмәттәр буйынса, өлкән класс уҡыусыларының 60 процентҡа яҡыны тәмәке тарта. Стажлы тәмәкеселәрҙең яртыһынан ашыуы беренсе тапҡыр тәмәкене мәктәптә тартып ҡараған. Дәүләт Думаһына тапшырылған закон проекты башҡаса бындай хоҡуҡ боҙоуҙарҙы икенсе төрлө квалификацияларға һәм күберәк штраф һалырға мөмкинлек бирергә тейеш. Ғәмәлдәге 500-1500 һум урынына 2000-3000 һум.
Тәмәке тартма
Тәмәке тартма