Радий Хәбиров Өфөлә Башҡортостан Башлығы призына ир-егеттәр араһында спорт көрәше буйынса Рәсәй кубогы ярыштарын ҡараны. Улар Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Унда Рәсәйҙең 27 төбәгенән 150 спортсы, шул иҫәптән Башҡортостандан 16 спортсы ҡатнаша. Республика етәксеһе көрәш буйынса олимпия чемпиондары һәм билдәле тренерҙар менән бергә көрәшселәрҙең алышын күҙәтте.
Йондоҙ ҡабыҙа йондоҙ
Йондоҙ ҡабыҙа йондоҙ






