Федровка районы Кузминовка ауылында йәшәүсе Трофимофтар ғаиләһе шәхси музей асҡан. Унда боронғо экспонаттар, сыуаш һәм мордва мәҙәниәтенә ҡараған әйберҙәрҙе күрергә мөмкин. Был музей хәҙер ауылдаштарҙың ғына түгел, ә бар район халҡының яратҡан урыны. Ундағы экспонаттар менән хәбәрсебеҙ Гүзәл Батыраева ла танышты.Үҙенең шәхси музейы тураһында Геннадий .... улы сәғәттәр буйына һөйләй ала. Һәр экспонаттың үҙенә генә ҡағылышлы тарихы, .... бар.Бында ата-бабаларыбыҙҙың кәсептәре, шулай уҡ көнкүреше менән танышырға мөмкин. Музейҙа төрлө йылдарҙа ҡулланылған йорт йыһаздары, көнкүреш әйберҙәре урын алған. Геннадий Трофимов ата-бабаларынан ҡалған күп экспонаттарҙы һаҡлаған. Шулай уҡ ауыл халҡынан хатта 19-сы быуаттарҙағы, советтар заманындағы көнкүреш әйберҙәрен йыйып алҡан. Хәҙер инде күрше ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә музейға боронғо әйберҙәрҙе килтерә.Музей гараждың икенсе ҡатыда урын алынған. Был иһә элекке алты мөйөшлө крәҫтиән йортон хәтерләтә. Иҫке әйберҙәрҙе йыйып музей асыу –ҡатыным Натальяның күптәнге хыялы, ти хужа. Музейҙа хәҙер сыуаш, мордва халҡының кәрәк-яраҡтарынан тыш башҡорт-татар милләтенең боронға әйберҙәрен, биҙәкләп сигелгән таҫтамалдарын күрергә мөмкин. Геннадий Лазер улы боронғо әйберҙәрҙе генә йыйып ҡалмай, ә уларҙың тарихын, нисәнсе йылға ҡарағанын да өйрәнеп дәфтәргә теркәй бара. Шәхси музей ишектәре һәр ваҡыт, һәр кем өсөн асыҡ. Мәктәп балалары килеп тыуған яҡты өйрәнә ала. Музей хужаһы һәр экспонаттың, ата-бабаларыбыҙҙың тарихын һәр ҡыҙыҡһынған кешегә һөйләргә әҙер.
Шәхси музей
Шәхси музей