Өфө кинотеатрҙарында «Огниво» фильмының премьераһы башлана

Өфө кинотеатрҙарында «Огниво» фильмының премьераһы башлана

Был уҙенсәлекле мажаралы фильм Ганс Христиан Андерсендың шул исемдәге әкиәте буйынса төшөрөлгән. Режиссеры Александр Войтинский, сценарийҙы Александр Архипов яҙған. Фильмды тәүгеләрҙән булып хәбәрсебеҙ Ләйсән Мөхәмтйәрова ҡараны. Мөғжизә, әүерелештәр һәм, әлбиттә, мажаралар: әкиәт доняһында ниҙәр генә булмай. Ләкин батшаның үҙе генә юҡ, ә батшабикәнең хәтере ҡапыл юғала. Әммә отҡор һәм хәйләкәр Ваня бындай хәлдә лә юғалып ҡалмай.Боронғо ҡабыҙыу утын тапҡас, Ивандың ғәҙәти тормошо тамамлана. Һуңынан йәш кенә батша ҡыҙы Даша килеп сығып, ярҙам һорай. Хәҙер Ваняны көрәш көтә. Шул иҫәптән үҙе менән дә.Ышанырға, өмөтләнергә, яратырға, шулай уҡ дөрөҫлөк, намыҫлылыҡ өсөн көрәшергә һәм ысын дуҫлыҡты һынап ҡарарға! Быларҙың барыһын да Иванға үҙенә кисерергә тура киләсәк. Был ваҡиғалар Берендей батшалығында бара, фильм авторҙары үҙҙәре әйтеүенсә, был тарих үткәндәр тураһында түгел, ә киләсәк хаҡында. Унда хәҙерге заман мотивтары ла байтаҡ. Был уйын ғына түгел, ә тылсымлы, шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтһеҙ осорҙо кире ҡайтарыу мөмкинлеге лә. Актерҙарҙың һәр ҡарашында, һәр хәрәкәтендә мөхәббәт, ихласлыҡ һәм шатлыҡ һиҙелә.Бынан алдағы кинохиттарҙан айырмалы, авторҙар “Огниво” әкиәтендә компьютер графикаһын аҙ ҡулланған. Йышыраҡ рәссамдар ярҙамына һәм аналоглы махсус эффекттарға мөрәжәғәт иткәндәр. Мәҫәлән, КУДА –НАДО тигән бик ҡыҙыҡ исемле ат образы өсөн бер юлы өс ат ҡулланылған: берауе йөрөй, икенсеһе саба, ә өсөнсөһө һыуҙа йөҙә. Был уҙенсәлекле фильмды илдең күркәм урындарында Бөйөк Новгородта, Карелияла һәм Санкт-Петербургта төшөргәндәр. Ижади төркөмдөң эшен тәүге тамашасылар юғары баһаланы.Был фильм бала саҡ хыялдары, өмөттәре һәм ынтылыштарының сағылышы булып тора. Илдең бөтә кинотеатрҙарында ла боронғо әкиәтте яңыса күрергә мөмкин. Фильмды республика халҡы ноябрь дауамында ҡарай ала.