За кадром. Яңы энергетика объектының эшмәкәрлегенә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй энергетика форумы сиктәрендә старт бирҙе. Өфөлә башланған сарала Урал энергетикаһы тигән Халыҡ-ара күргәҙмә лә ойошторола. Утыҙынсы тапҡыр уҙғарылған ошо форумда ғәҙәттә һәр ваҡыт яңы объекттар сафҡа индерелә. Бынан тыш, Ҡарман гидро-электр станцияһының яңы ҡорамалдары файҙаланыуға тапшырылды. Бында үҙгәртеп ҡороуҙан һуң, яңы энергия блогы асылды.Радий Хәбиров махсуслаштырылған күргәҙмәне ҡараны. Унда Республика ойошмалары алдынғы технологияларын һәм асыштарын күрһәтә. Шулай уҡ республика етәксеһе Өфө мәктәптәре уҡыусыларының ижади һәм фәнни эштәре менән танышты. Уларҙы Халыҡ-ара студент кампусына саҡырҙы.
Благовещен районында Юлдаш тип аталған подстанция асылды
Благовещен районында Юлдаш тип аталған подстанция асылды