Контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүселәрҙең төп эш урынында хеҙмәт килешеүе туҡтатылып торасаҡ.
Премьер-министр Михаил Мишустин белдереүенсә, ҡануниәткә ярашлы, һәр хәрбиҙең эш урыны һаҡлана. Контракт тамамланғас ул элекке урында эшен дауам итә ала. Бындай норма бер йылға иҫәпләнгән. Хәҙер хөкүмәттә Хеҙмәт кодексына тейешле төҙәтмәләр ҡарала. Уға ярашлы, хеҙмәт килешеүе хәрби контракт тамамланғанға тиклем туҡтатылып тора. — Төҙәтмәләр тиҙ арала ҡабул ителергә тейеш. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы хоҡуҡтарын яҡлауға ҡағылышлы мәсьәләләргә өҫтөнлөк бирелә, тине ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин.