Өфөнөң Ағиҙел ярында урынлашҡан архитектура ҡомартҡыһына реставрация баш ҡала биләмәһендә ҡороласаҡ цехта уҙғарыла. Әле проект документтары тарихи-мәҙәни экспертиза үткән, юридик процедураларҙан һуң һәйкәлде постаменттан һүтә башлаясаҡтар. Скульптураның нигеҙен, ҡурғанды ла нығытыу планлаштырылған.
Республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы — Салауат Юлаев һәйкәле башҡала ҡунаҡтарын һәр ваҡыт ҡолас йәйеп ҡаршы ала. Әлбиттә, был мөһабәт һәйкәл һоҡланғыс ҡараштар йыя, ә бына инженер күҙлегенән был архитектура ҡомартҡыһы күптән реконструкциялауҙы көтә.
Һәйкәлдең нигеҙе тимерҙән эшләнгән. Уның 60 элементы ла тап шуға таянып тора. Башта өлөштөрҙең бер-береһе менән йәбештерелгән ерҙәре күренмәгән, тик ваҡыт үтеү менән был йөйҙәр асыла башлаған. Ҡасандыр матур булып торған берҙәм конструкцияла тутыҡ килеп сыҡҡан.
Был етешһеҙлектәр һәйкәлдең таушалыуын күрһәткән тышҡы факторҙары ғына. Тикшереүҙәр ваҡытында шуны ласыҡлайҙар: был объекттың тимер ҡоролмаһы ла ҡот осҡос хәлдә.
Салауат Юлаев һәйкәле Европалағы иң ҙур ат һынлы конструкция. 3 нөктәгә таянып торған архитектура объектын үҙенсәлеге уның төп проблемаһына ла әүерелә. Белгестәр һәйкәлдең бына инде ярты быуат 40 тоннаны тотоп торған тимер нигеҙҙең 60 процентҡа ныҡлығын юғалтҡан тигән һөҙөмтәгә килә.
Реставрацияны ла оҙаҡҡа һуҙырға ярамай. Был турала күптән түгел Башҡортостандың Мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау буйынса совет ултырышында әйтелде. Сарала шулай уҡ һәйкәл аҫтындағы ҡурғанды нығытыу турыһында ла фекерҙәр яңғыраны. Күҙгә күренмәһә лә һәйкәл йыл һайын 8 сантиметрға ауыша. Был тәбиғи процесстарға һәм һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле.
Нигеҙ. гранит ярыҡтарына һыу үткәндән ул емерелә башлай. Шунлыҡтан һәйкәл нигеҙендәге таштар күҙ алдында тәгәрәп төшөп киткән кеүек.
Һәйкәлде урынында ҡалдырып төҙөклөндереү мөмкинлеге юҡ тип билдәләй эксперттар. Уны тулыһынса һүтеп, цехҡа алып китергә ҡарар ителгән. Ресаврациялау бер йыл самаһы барасаҡ. Проект әлеге ваҡытта Мәктәүҙә дәүләт экспертизаһын үтә. Һуңынан закон буйынса ҡаралған конкурс процедураһы нигеҙендә эштәрҙе башҡарыусы билдәләнәсәк. Шулай итеп һәйкәлде төҙөклөндереү эштәре 2025-се йылда башланыр тип көтөлә.






