Өфө үҙәгендә автотмобиль ҡуйыу түләүле була

Өфө үҙәгендә автотмобиль ҡуйыу түләүле була

Юл ситтәрендәге сағыу күк төҫтәге һыҙаттар килеп сығыуы күп һорауҙар тыуҙырғайны. Ҡала властары Өфөнөң тарихи үҙәгендә 1 мең 200 урынлыҡ түләүле парковка буласағын белдерҙе. Әле аукцонда еңгән компания тейешле инфраструктура булдырыу менән шөғөлләнә. Түләүле туҡталҡалар ҡайҙа буласаҡ һәм ул нисек эшләйәсәк?

Өфөнөң үҙәк урамдарында машина ҡуйыу водителдәр өсөн күптән ҙур проблемаға әүерелгән. Юл ситтәрендә бер нисә рәткә теҙелгән “титмер аттар” ғәҙәти күренеш. Ҡайһы берәүҙәр автомобилен рөхсәт ителмәгән урында ҡалдырып китергә лә мәжбүр, сөнки ҡала үҙәгендәге берҙән-бер түләүле парковкала машина ҡалдырырға барыһы ла әҙер түгел.

Эвакуатор ҡармағына эләкһәң инде автомобилде штраф туҡталҡалары буйлап эҙләп табырға һәм аҡса түләп алырға тура килә.

Күптән түгел Өфөнөң үҙәк урамдарында яңы билдәләр килеп сыҡты, уның нимә аңлатҡанын һәм нимә өсөн кәрәклеген һәр кем белеп еткермәй.

Яңы билдә түләүле парковка зонаһын аңлата. Ҡайһы берҙә водительдәр һыҙыҡты күрмәй йәки үтеп китә. Сағыу зәңгәр һыҙыҡ, парковканың түләүле икәнен аңларға мимкинлек бирә.

Түләүле парковка Өфөнөң Карл Маркс, Пушкин, Коммунистик, Ленин һәм Октябрь революцияһы урамдарында барлыҡҡа киләсәк. Барыһы 1 мең 200 түләүле урын булдырыу күҙаллана.

Парковка өсөн хаҡ түләнгәнме юҡмы икәнлеген патруль машинаһы ярҙамында күҙәтәсәктәр. Ҡағиҙә боҙоусыларға контролерҙар 1 мең ярым һумғаса штраф һалыуы ихтимал. Ә туҡталҡаның бер сәғәтлек хаҡы 40 һум тәшкил итә. Өфө үҙәгенә килгән автоһәүәҫкәрҙәр өсөн был бик уңай. Әммә баш ҡаланың үҙәгендә эшләгән кешеләр өсөн ай буйына ҙур ғына сумма килеп сыға.

Баш ҡала халҡы был үҙгәрештәргә әле артыҡ иғтибар итмәй. Әммә беҙ һорау алған күп водителдәр был хәбәрҙе ыңғай тип баһаланы.

Күк һыҙат менән билдәләнгән парковка урыны өсөн түләүҙе QR-код, карта йәки ҡулаҡса ярҙамында башҡарырға мөмкин буласаҡ. Яңы система яҡын арала эшләй башлар тип көтөлә.