Рәсәй- ҙур ғаилә телемарафонына Башҡортостан да ҡушылды

Рәсәй- ҙур ғаилә телемарафонына Башҡортостан да ҡушылды

Рәсәй- ҙур ғаилә Ошо исем аҫтында халыҡтар берҙәмлеге көнөндә Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы 16 сәғәтлек марафон ойошторҙо. Рәсәй халыҡтарын берләштергән уникаль проектта беҙҙең филиал да ҡатнашты. Үҙенсәлекле башҡорт ғаиләһе – талантлы Зәйнетдиновтар нәҫеле һәм төбәктең башҡа ынйылары тураһында барҙы һүҙ.

Рәсәй — ҙур ғаилә телемарафоны бөтә ил тамашасыларын берләштерҙе. Күләмле проект күп милләтле халыҡ йәшәгән илебеҙҙең барлыҡ матурлығын, үҙенсәлеген сағылдырҙы. Башҡортостан телерадиокомпанияһы ла марафон өсөн махсус рәүештә башҡорт ғаиләһенең йолалары хаҡында репортаж әҙерләне.

Был талантлы Зәйнетдиновтар нәҫеленең бер өлөшө генә. Уларҙың барыһы ла тәпәй баҫыр-баҫмаҫтан милли музыҡа ҡоралдарында, башлыса ҡумыҙҙа уйнай. Әйткәндәй, телеүҙәк алдында билдәле ғаиләнең дүрт быуыны теҙелгән. Бөгөн улар беҙҙең төбәктең мәҙәни үҙенсәлеген күрһәтә.

Башҡортостанда йәшәгән халыҡтар өсөн төп байлыҡ — ҙур һәм ныҡлы ғаилә. Телемарафонды алып барыусылар Рөстәм Ғәббәсов һәм Надежда Марьина тамашасыларға тап ошо фәлсәфәне еткерергә тырышты.

Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалдары тура эфирҙа барған марафонда сикһеҙ Ватаныбыҙ төбәктәрендәге төрлө милләт ғаиләләре тураһында һөйләне. Түбәнге Новгородта, Ока һәм Волга йылғалары ҡушылған ерҙә әрмән милли бейеүе тураһында һүҙ барһа, Татарстан уҡытыусылар династияһын күрһәтте.Ә Пермь күренекле спортсылар ғаиләһе тураһында яҙма әҙерләгән.

Был тағы бер күренекле Өфө ғаиләһе. Сюжет төшөргән ваҡытта көн дә ҡояшлы ине. Әйткәндәй, Сергей Тимофеевичтың данлыҡлы әкиәтендәге ал сәскә фиҙаҡәрлек, мөхәббәт һәм ғаилә ҡиммәттәре сағылышы.

Бөтә Рәсәйҙе берләштергән бындай марафон ентекле әҙерлек һәм мөһим бурыстар үтәүҙе талап итә. Бер нисә минут эсендә бөтә ил тамашасыларына тыуған яҡтың үҙенсәлектәре тураһында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт еткереү зарур.

Рәсәй- ҙур ғаилә марафоны 16 сәғәт дауам итте. Беҙҙең медиахолдинг проектта ҡатнашып ҡына ҡалманы, Башҡортостан-24 каналында трансляция алып барҙы. Тамашасылар марафонды Смортим нөктә ру медиаплатформаһында ла төнгө икегә тиклем күҙәтте.