Көслө ҡар арҡаһында бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә Өфөлә ун баллыҡ тығындар хасил булды булды.
Бер төн эсендә ҡалала яуым-төшөмдөң айлыҡ нормаһынан 20% яуған, һөҙөмтәлә юлдарҙы ҡар баҫты. Ә коммуналь техника төн буйына эшләһә лә өлгөрә алмай тип хәбәр иттеләр мэриянан. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иһә бөгөн дауыл сығыуы хаҡында иҫкәртә. Баш ҡала аэропорты эшенә лә ҡар яуыуы йоғонто яһаны. Он-лайн таблоға ярашлы, Өфөнән бер нисә рейс тотҡарланған. Республика юлдарында хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Бер нисә участка транспорт хәрәкәте өсөн ваҡытлыса ябылды. Ҡарлы юлда һәм боҙлауыҡта юл-транспорт ваҡиғаларына эләгеүселәр һаны ла артҡан. Өфөлә йәмәғәт транспорт ы менән ҡатмарлыҡтар күҙәтелде. Такси хеҙмәттәре хаҡтарҙы ҡапыл ике-өс тапҡырға арттырҙы тип зарлана халыҡ. Ә ҡала хеҙмәттәре бөгөн урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса етди һынау үтә.