Радий Хәбиров Иглиндә Махсус операцияла һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандары менән осрашты

Радий Хәбиров Иглиндә Махсус операцияла һәләк булған хәрбиҙәрҙең туғандары менән осрашты

Республика Башлығы мәрхүмдәрҙең ата-әсәләренә, ҡатындарына ауыр ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе һәм һәләк булған яугирҙар хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Төбәк етәксеһе Республика кардиология үҙәгендә хәрби операцияла һәләк булған һалдаттарҙың ата-әсәләрен һауыҡтырыу һәм реабилитациялау программаһы әҙерләнеүен билдәләне. Һәм кәрәкле ярҙам һорап медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итергә саҡырҙы. Өфөлә һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә мемориал төҙөләсәк, тип хәбәр итте республика Башлығы.