Башҡортостан республикаһында иң ҙур ауыл мәктәбе асылды

Башҡортостан республикаһында иң ҙур ауыл мәктәбе асылды

Ул “Мәғәриф” милли проекты буйынса төҙөлдө. Тантаналы асыу сараһында република башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Эш сәфәре ваҡытында ул шулай уҡ йәш белгестәр өсөн, яңы йорттарға асҡыстар тапшырҙы һәм яңы ашығыс ярҙам подстанцияһы менән танышты.

Яңы парталар артында тәүге дәрестәр, төрлө мәктәптәрҙән йыйылған бишенсе класс уҡыусылары яңы белем усағына бәйле тәьҫораттары менән бүлешә.

Яңы мәктәптә һәр уҡыусы күңеленә ятҡан шөғөл таба ала. Бының өсөн барлыҡ шарртар ҙа булдырылған. Иглин ауылында яңы белем биреү учреждениеһы бары тик йыл ярым эсендә төҙөлә. Ул 1225 урынға иҫәпләнгән һәм бөгөнгө көндә республиканың иң ҙур ауыл мәктәбе булып тора. Бинала ике спорт залы, ҙур тамаша залы бар. Хатта теш табибының айырым, заманса йыһазландырылған кабинеты ла булдырылған.

Робот ашханаға ингән һәр кемде ҡаршы ала, меню һәм ашнаҡсылар менән таныштыра, һауыт-һаба ташый, ул хатта уҡыусыларҙың тыуған көндәрен дә! Белә һәм уларҙы ҡотлаясаҡ. Балаларҙың күңелен күтәреү өсөн бик яҡшы ысул тип һынай хеҙмәткәрҙәр. Мәктәптә туҡланыу швед өҫтәле ысулы менән ойошторолған.

Яңы заманса йыһазландырылған белем биреү учережденияһын асыу тантнаһынан һуң Радий Хәбиров яңы мәктәп буйлап экскурсия үткәрҙе. Республика башлығы балалар һәм уҡытыусылар менән аралашты һәм бындай мәктәптәр республикала күберәк булырға тейеш тип белдерҙе.

Иглиндар был көнө яңы мәктәп асып ҡына ҡыуанманы, алты ғаилгә республика башлығы яңы йорт асҡыстрын тапшырҙы. Өй туйлаусылар араһында табип-педиатр Айгөл Лоҡманова ла булды. Йәш ғаиләнең хәҙер үҙ мәйәшә бар.

Торлаҡтарҙы “Ауыл биләмәләрен комплексы үҫтереү” дәүләт программаһы буйынса төҙөнөләр.

Эш сәфәре барышында Радий Хәбиров урындағы агросәнәғәт колледжын да барып ҡараны. Һөнәри белем учреждениеһында киләсәктә капиталь ремонт көтөлһә, ә бына Иглин ашығыс ярҙам подстанцияһы бригадалары күптән түгел уңайлы шарттарҙа эшләй башлаған. Иглин һәм Нуриман райондарында йәшәүсе 70 мең кешене хеҙмәтләндереүгә иҫәпләнгән ашығыс ярҙам йбүлегендә хәҙер заманса ҡорамалдарҙы һынап ҡарайҙар.

Иглин районы үҫешеңсе муниципалитеттарҙың береһе, бында йылдан-йыл яңы биҫтәләр барлыҡҡа килә.Миниципалитет инфраструктураһын үҫтереү урындағы властарҙың өҫтөнлөклө бурысы булырға тейеш, тип билдәләне республика башлығы. Спорт объекттары ла был эштең мөһим өлөшө булып тора. Мәҫәлән, йыл аҙағына тиклем район үҙәгендә заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы үҙ ишектәрен асасаҡ.