Өфө тәүге ҡар эҙемтәләрен барлай

Өфө тәүге ҡар эҙемтәләрен барлай

Башҡаланың коммуналь хеҙмәттәре быйылғы миҙгелдәге тәүге етди ҡар менән көрәшә.Төнө буйы яуған ҡар сәбәпле иртә менән 10 балллға тиклем тығындар теркәлде. Автовокзалда 11 рейс тотҡарланған.

Иртә менән эшкә ашығыусыларға ошо рәүешле автобусты үргә этергә тура килде. Башҡала урамдарында тайғаҡ юл транспорт хәрәкәтен ҡатмарлаштыра. Туҡтап ҡалған автобус бер 75-се маршрут ҡына түгел. Кемдер пассажирҙарын юл уртаһында төшөрөргә мәжбүр булған.

Водителдәр бер-нисә сәғәт тығында торған арала социаль селтәрҙәр ошондай видеолар менән тулды. Автобустарҙың йөрөү графигы үҙгәрһә, тәгәрмәсмәстәрен ҡышҡыға алыштырмаған машина хужаларына авария эҙемтәләре менән булышырға тура киләсәк.

Һәр вағыттағыса, ҡыштың төп сағылышы ҡар – көтмәгәндә яуа шул. Башҡала урамдарын ҡарҙан таҙартыуға әле барлыҡ көстәр йәлеп ителгән. Коммуналь хеҙмәттәр көсөргәнеше режимда эшләй. Ҡала урамдарын һәм ихаталарҙы таҙартырға 400 –гә яғын техника сыҡҡан.

Баш ҡалалағы 10 баллы тығындар көн үҙәгенә тиклем күҙәтелде. Башҡортостанда хәүефле һауа торошо үҙ көсөндә ҡала. Юлдарҙа көслө ҡар, боҙлауыҡ, ел һәм күреү мөмкинлеге сикле булыу сәбәпле кисә кистән үк йөк машиналары һәм пассажирҙар йөрөтөүсе транспорт өсөн бер-нисә трасса ябылды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса баш идаралыҡ водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, киҫкен сәбәптәр булмаһа оҙон юлға сыҡмаҫҡа саҡыра.