Башҡортостанда йыл башынан Росреестр белгестәре 5 мең ярымдан ашыу етешһеҙлек асыҡлаған

Башҡортостанда йыл башынан Росреестр белгестәре 5 мең ярымдан ашыу етешһеҙлек асыҡлаған

Ер участкаларын законһыҙ файҙаланыу осраҡтары буйынса 1 мең ярымдан ашыу иҫкрәтеү сараһы ҡабул ителгән. Дәүләт инспекторҙары йыл башынан 9 меңдән ашыу контроль-күҙәтеү сараһы үткәргән. Ҡәғиҙә боҙоуҙар араһында ер участкаларын файҙаланмау, үҙ белдеге менән биләмәне тулыһынса, йә өлөшләтә үҙләштереү, ерҙе тура тәғәйенләнеше буйынса ҡулланмау. Росреестр хемәткәрҙәренә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауҙа осоусы пилотһыҙ апараттар ярҙам итә. Заманса ҡорамалдар үтә алмаҫлыҡ ҡатмарлы участкаларҙы тикшереү мөмкинлеген бирә. Пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында тупланған мәғлүмәт бик теүәл, ти Росреестр хеҙмәткәрҙәре. Бындай алым ер ҡануниәте талаптарын боҙоуҙы асыҡлауҙа, реестр хаталарын төҙәтеүҙә һәм биләмә сиктәре киҫешкән урындарҙы табыуҙа бик уңай.