Радий Хәбиров эш сәфәре менән Балаҡатай һәм Мәсетле райондарында булды

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Балаҡатай һәм Мәсетле райондарында булды

Мәсетлелә яңы мәҙәниәт йорто сафҡа инә, ә Балаҡатайҙа Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк. Радий Хәбиров республиканың төнъяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре барышында социаль объекттар торошо менән танышты. Тулыраҡ хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина сюжетында.

Сәләмәт тәндә — сәләмәт рух. Яңы Балаҡатай ауылының йәш спортсылары тап шундай девиз менән шөғөлләнә лә инде. Балалар спорт мәктәбендә әллә нисә быуын спорт мастерҙары тәрбиәләнгэн. Ул 1998-се йылдан эшләп килә.

Спорт мәктәбенең ангар өлөшөндә балалар төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнә алыр ине, бында хатта бокс өсөн ринг та бар. Тик был бина авария хәлендә булғанлыҡтан бында инде бер йыл бер кем дә шөғөлләнмәй.

Яңы физкультура һауыҡтырыу комплексы бында йәшәгән халыҡ өсөн бик мөһим тип белдерҙе республика башлығы. Шулай уҡ Радий Хәбиров эшлекле сәфәре барышында хакимиәт бинаһында үткән район советы ултырышында ла ҡатнашты. Урындағы депутаттар район хакимиәте башлығы өсөн тауыш бирҙе. Был вазифаға бер тауыштан... һайланды

Это четвертая глава из наших женщин. Они очень ответственно работают. Пожелаем удачи. Лилия Рамильевна – она местная, ее все знают. Поэтому мы исходили из того, все-таки человек, которого все знают и уважают.

Радий Хәбиров Балаҡатай районының үҫешенә тос өлөш индергән бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы

Республика Башлығы Башҡортостандын төнъяҡ-көнсығышы буйлап сәфәре ваҡытында Мәсетле районында ла булды.

Төбәк етәксеһе "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә төҙөлөп ятҡан күп функциялы ауыл мәҙәниәт йортонда эштәр барышы менән танышты. Әлеге ваҡытта ул 30% әҙер. Төҙөлөш 2025-се йылдың көҙөнә тамамланырға тейеш. 2021-се йылда теүәл генә мәҙәниәт йорто булмағанлыҡтан фажиғәле хәл дә теркәлә.

Мәсетле районының йәмле Ыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан Ҡарағай шифаханаһы быйыл 55 йәшлек юбилейын ҡаршылай. Тиҫтә йылдар эсендә бөтә донъяға билдәле булған һауыҡтырыу үҙәге күҙгә күренеп үҫешә. Материаль-техник базаһы ныҡлы. Республика башлығы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштар яулаған шифахананы байрамы менән ҡотланы.

Республикабыҙҙың төнъяҡ-көнсығыш райондарында хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Улар эҙмә эҙлекле хәл ителә. Бының өсөн ресурстар республика бюджетынан ғына түгел, федераль үҙәктән дә йәлеп ителә. Төбәк етәкселеге халыҡ менән тығыҙ мөнәсәбәттә булып уларҙың теләктәрен дә күҙ уңында тота. Берҙәм эш алып барғанлыҡтан республика ҡуйған маҡсаттарына ирешә лә инде.