Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм Ватанды һаҡлаусыларҙы тәрбиәләп үҫтергәндәре өсөн яугирҙарҙың ата-әсәләренә рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ туғандарына хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн үлгәндән һуң генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Радий Хәбиров Өфөлә һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә мемориал төҙөләсәге хаҡында ла әйтте.
Радий Хәбиров Республика кардиология үҙәгендә махсус операцияла һәләк булғандарҙың ата-әсәләрен һауыҡтырыу һәм реабилитациялау программаһы барлығын хәтергә төшөрҙө һәм унда барып дауаланырға тәҡдим итте. Осрашыуҙа балаларға белем биреүгә һәм социаль түләүҙәргә ҡағылышлы бер нисә һорау яңғыраны. «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы вәкилдәре һәм хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре яугирҙарҙың ғаиләләренә кәрәкле ярҙам күрһәтәсәк, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.






