Башҡортостан пенсионерҙары Үзбакстанға сәйәхәткә сыға ала

Башҡортостан пенсионерҙары Үзбакстанға сәйәхәткә сыға ала

Республикала киләһе аҙнанан «Башҡорт-үзбәк оҙон ғүмерлелеге» исемле проект старт ала. 15 ноябрь Башҡортостандан «көмөш» туристарҙың тәүге төркөмө Үзбәкстанға юллана. Проектта ҡатнашыусылар — 55 йәштән өлкәндәр. Бындай турҙың оҙайлығы 4 көн. Ул Өфөнән Сәмәрҡәндкә һәм кирегә осоуҙы, йәшәүҙе, иртәнге аш, экскурсия программаһын, страховкалауҙы үҙ эсенә ала. Сәфәр барышында турҙа ҡатнашыусылар Сәмәрҡәндтең төп иҫтәлекле урындарын күрәсәк, үзбәк аш-һыуынан ауыҙ итәсәк һәм буш ваҡытта ҡала буйлап үҙаллы йөрөй аласаҡ. Йыл аҙағына тиклем Үзбәкстанға 3 сәфәр ойоштороу планлаштырыла: 15 һәм 29 ноябрҙә, шулай уҡ 13 декабрҙә. Программала 150 кеше ҡатнаша ала.