Хәрби разведчиктар көнөндә ғәмәлдәге хәрбиҙәр һәр төрлө локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусы ветерандар Серафимовкалағы балалар йорто–интернатта тәрбиәләнеүселәр менән осрашты. Социаль учреждениеға килгән делегация балаларға ысын байрам ойошторҙо.
Хәрби исеме “Шорох” булған һалдат армия тормошон башҡаларға ҡарағанда күпкә яҡшы белә. Разведка бүлеге командиры алғы һыҙыҡта артиллерия батареяһы эшен көйләү өсөн яуаплы булған. Һалдат ил һаҡларға йөрәге ҡушыуы буйынса барғанын да йәшермәй.
Шорох махсус хәрби операцияға ирекмән булараҡ юлланыусыларҙың береһе. Хәҙер иһә ул ветеран дәжәрәһенә эйә булып, яуҙа алған тәжрибәһен йәштәргә өйрәтә.
Хәрби разведка көнө – үҙ тормошон ватанды һаҡлауға бағышлағандар өсөн айырым дата. ошо төр ғәскәрҙә хеҙмәт итеүселәр, йола буйынса, үҙ байрамын үҙенсәлекле итеп үткәррегә тырышы.
Серафимовкалағы балалар йортонда тәрбиәләнеүселәр өсөн яугирҙәр айырым программа ал төҙөлгән. Мәҫәлән, үҫмер малайҙарҙы ҡорал менән таныштырыу. буласаҡ һалдаттар дары еҫен танырға һәм белергә лә тейеш. Хәрби уйындарҙан һуң яугирҙәр үҙ оҫталығын майҙанда ла күрһәтә алды. Улар дошманды ҡулға алыу серҙәре хаҡында тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция юалаларға айырыуса оҡшаны.
балалар йортоноң миһырбанлыҡ бүлмәһе лә бар. ҡайһы ваҡыт тап ошонда хәрәкәт итеү мөмкинлеге сикләнгән балаларға йаырым тамашалар күрһәтелә.бындай сабыйҙарға айырым иғтибар һәм айырым бүләктәр.
Яугирҙәр менән осрашыуҙы ҙур тамаша йомғаҡланы.
Беҙҙән тик йондоҙҙар ғына бейегерәк. Был һүҙҙәр хәрби разведкала хеҙмәт итеүселәр девизы. Ысын һәм ҡыйыу ир-егеттәр булған яугирҙәр йөрәген тик бер генә ысул – балаларҙың шатлығы иретә ала. Яугирҙәр Серафимовкаға тағы ла килергә һүҙ бирҙе.






