Онкология тармағы өсөн мөһим ваҡиға. Башҡалала 3-сө Волга буйы онкология форумы бара. Ул «һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә яман шеш менән көрәш милли программаһын тормошҡа ашырыуҙың йомғаҡлау майҙансығы булып тора. Форумда табиптар яман шеш ауырыуҙары менән көрәштә һөҙөмтәләрҙе арттырыу юлдары, хәл итәһе мәсъәләләр һәм алдынғы эш алымдары тураһында һөйләшә.
Фекер алышыу ғына түгел федераль үҙәктәрҙән килгән хирургтар республика онкология диспансеры базаһында, уның мөмкинлектәрен ҡулланып бер нисә ҡатмарлы әмәлиәт үткәрәсәк. 6 операция залынан алып барылған онлайн трансляцияны барлыҡ фәнни-һөнәри берләшмәләр күҙәтә. Форум пациенттарҙың һаулығын яҡшыртыуҙың яңы ысулдарын табыу өсөн бик яҡшы платформа.