«Себер» менән һуңғы уйында яҡташыбыҙ икенсе шайбаны индерҙе. Был гол менән ул юлаевсылар тарихында уңышҡа өлгәшкән иң өлкән хоккейсы булараҡ танылды. Юлаевсылар һаҡсыһына бер нисә көндән 39 йәш тула, ул Вячеслав Козловтың элекке рекордын яңыртты. Быйылғы миҙгелдә Григорий Панин иҫәбендә биш мәрәй, тәжрибәле хоккейсы ике шайба индерә һәм өс һөҙөмтәле пас яһай. «Себер» менән һуңғы уйында юлаевсылар буллиттар серияһында 3:2 иҫәбе менән еңеү яуланы. Бөгөн Башҡортотсан командаһы Минскиҙа урындағы «Динамо» менән көс һынаша.
Григорий Панин Континенталь хоккей лигаһында «Салауат Юлаев» клубының яңы рекордын ҡуйҙы
Григорий Панин Континенталь хоккей лигаһында «Салауат Юлаев» клубының яңы рекордын ҡуйҙы