Максим Забелин биләгән вазифаһын ҡалдырҙы

Максим Забелин биләгән вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин вазифаһын ҡалдырҙы, ул Мәскәү өлкәһендә Һаулыҡ һаҡлау министрлығын етәкләйәсәк. Был турала хөкүмәттең Оператив кәңәшмәһендә билдәле булды.

Республика башлығы Максим Забелинға һөҙөмтәле һәм фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Салауат Юлаев Орденын тапшырҙы. Республика Башлығы хакимәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы итеп беренсе урынбаҫары Азат Бадранов тәғәйенләнде.