Өфөнән Усла позывнойлы яҡташыбыҙ генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфөнән Усла позывнойлы яҡташыбыҙ генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров награданы ҡатынға тантаналы шарттарҙа тапшырғайны. Хәрби частың медицина пункты етәксеһе беренсе тапҡыр интервью бирҙе һәм тап беҙҙең телеканалға. Ни өсөн лейтенант Луганск халыҡ республикаһына барырға ҡарар иткән?

“Усла” 2014 йылдан Донбас халҡына ярҙам итә. Ә 2022 йылда гуманитар ылау туплау менән шөғөлләнә башлай һәм ике тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайта. Тап ошо ваҡытта ҡатын Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә ҡарар итә, бының бер-нисә сәбәбе була.

Яҡташыбыҙ Луганск халыҡ республикаһының хәрби часында хеҙмәт итә һәм ул был төбәк вәкилдәре менән контракт төҙөгән Башҡортостандан беренсе ҡатын-ҡыҙ була. Тәүҙә ул өс ай дауамында хәрби әҙерлек үтә. Хәҙер лейтенант медицина пунктына етәкселек итә, уның ҡул аҫтында табип, шәфҡәт туташы, санитарҙар һәм водителдәр – барлығы 13 кеше.

Хәрби-табип билдәләүенсә, яуҙан бер-нисә кешене сығарыуы ауыр – иң беренсе кемеһенә ярҙам итергә белмәй аптырайһың. Әммә белгестәр барыбер бер-нимәгә ҡарамай бурысын үтәй. Яраларҙан тыш, медицина белгестәре вирустар һәм башҡа сирҙәр менән дә көрәшә.

Ҡатын яңғыҙы бала тәрбиәләй. 2023 йылда ҡыҙы ла гуманитар ылау менән Донбасҡа барып ҡайтҡан. Үҫмер әсәһенең юлын һайлап быйыл медицина колледжына уҡырға ингән.

Лейтенанттың бер-нисә наградаһы бар. Улар бушҡа бирелмәй. “Усла” хәрби ҡушаматлы яҡташыбыҙҙың төркөмө махсус хәрби операция биләмәһендә йөҙҙән ашыу яугирҙың ғүмерен ҡотҡарған, уларҙың утыҙҙан ашыуын хәрби-табип шәхсән аралап ҡалған.