Немец һатлыҡйәндәре һуғыштан һуң Башҡортостандә ла ҡасып йәшәгән

Немец һатлыҡйәндәре һуғыштан һуң Башҡортостандә ла ҡасып йәшәгән

«Үтә йәшерен» грифы алынды. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығында «Дәүләт хәүефһеҙлеге эшмәкәрлеге» темаһына түңәрәк өҫтәл уҙғарылды. Быға тиклем сер итеп һаҡланған, «йәшерен» грифы менән билдәләнгән бер нисә документ тарихсылар һәм халыҡ иғтибарына тәҡдим ителде.

Был һарғайып бөткән ҡағыҙҙар үткән быуаттағы енәйәттәрҙең ҡот осҡос нескәлектәрен һаҡлай.Кешелеккә ҡаршы ҡылынған яуызлыҡ бер ҡасан да онотолмай, ә енәйәтселәр барыбер асыҡлана.

Бөйөк ватан һуғышы йылдарында тылдағы халыҡты һәм совет партазиндарын ҡулға алыу, язалау, улырҙың милкен тартып алыуҙа һәм тотош ауылдарҙы яндырыуҙа ҡатнашҡан фашист баҫҡынсыларының бер-нисәһенең исемдәрен хәҙер йәмәғәтселек тә белә.

Григорий Лепольд һәм Аркадий Гапонов Днепропетровск һәм Гомель өлкәһе кешеләре. Ватанына хыянат итеүселәр немец ғәскәрҙәре ваҡытлыса оккупацияға алған совет биләмәһендә, полиция составында үҙ халҡына ҡаршы енәйәт эше алып барған. Һуғыштан һуң хыянантсылар үҙҙәренә яңыса яҙмыш уйлап сығара һәм хәрби әсирҙәр исемлегендә Башҡортостанға күсеп килә. Хоҡуҡ һаҡлаусылар эҙҙәренә сыҡҡансы тыныс ҡына йәшәй бирә.

Енәйәтселәрҙең эҙенә сыҡҡас та уларҙың яуызлыҡтары бер-бер артлы асыла башлай. Йөҙләгән шаһит бер тауыштан тикшереү версияһын раҫлай. Улар араһында итексе лә була.Тап уға Гапонов язалау операцияһы барышында аяҡ кейеменең боҙолоуы хаҡында һөйләй.

Енәйәтселәрҙең икеһе лә иң юғары сара – үлем язаһына тарттырыла. Рәсәйҙең тарихи үткәнен фальсификациялау менән көрәш әүҙемләшкән мәлдә йәш быуын ошондай тарихи ысынбарлыҡты белергә тейеш, тине дәүләт эшмәкәрҙәре.

70 йылға яҡын йәшерен һаналған документтарҙы хәҙер һәр кем өйрәнә ала. Улар менән тәүгеләрҙән булып федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Өфө фән һәм технология университеты студенттары танышты. «Дәүләт хәүефһеҙлеге эшмәкәрлеге» темаһына арналған түңәрәк өҫтәл Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына бағышланған саралар сиктәрендә үтте. Енәйәт эштәре буйынса архив документтарының фотокүргәҙмәһе лә ойошторолғайны.