Башҡортостан юлдарында ҡар һәм буранға бәйле индерелгән сикләүҙәр алынды

Башҡортостан юлдарында ҡар һәм буранға бәйле индерелгән сикләүҙәр алынды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, транспорт хәрәкәте ғәҙәти режимға ҡайтарылған.

Уҙған тәүлектә көслө ҡар яуыу сәбәпле Өфө-Инйәр юлында, М5 федераль трассаһында йөк машиналары һәм пассажир транспорты хәрәкәте туҡтатылды. Водителдәргә уяулыҡты юғалтмаҫҡа кәңәш ителә. Юлдарҙа боҙлауыҡ күҙәтелә. Алдағы 3 көндә бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, һауа ттемператураһы артыҡ үҙгәрмәй, төндәрен аяҙыҡтанда 14 градусҡа тиклем түбәнәйеүе ихтимал.