Өфөләге предприятие башлыса мәктәп формаларын тегеү менән шөғөлләнә. Хәҙер бында Махсус хәрби операция өсөн дә әйберҙәр етештерәсәктәр. Мәктәп формаһы, кадет кластары өсөн кейем-һалым етештергән цех хәҙер яу яланындағы яҡташтарыбыҙ өсөн махсус кейем тегеү менән шөғөлләнә. Был эшкә айырыуса күңел йылыһы һалып башҡарабыҙ, ти Лариса Мансурова.
Цехта барлығы йөҙ кеше эшләй. Махсус хәрби операция башланғандан алып беҙ был изге эшкә ихлас ҡушылдыҡ, ти тегеү фабрикаһы директоры.
Хәҙер предприятие Оборона Министрлығы заказдарын үтәй: жилеттар, гранатометтар өсөн сумкалар, флис курткалар һәм яугирҙар өсөн башҡа кәрәкле әйберҙәр тегелә.
Махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙға тегелгән кейем өсөн сифатлы туҡыма һайлап алына, төймә, ЗАМОКтар ҙа ныҡлап беркетелә. Куртканың һәр өлөшө ентекләп әҙерләнә.
2020 –се йылдан башлап мәктәп уҡыусылары өсөн кейем тегеү менән шөғөлләнгән ойошма, бөгөн оборона сәнәғәтендә лә үҙ урынын ала. Әле теге тегеү фабрикаһы хәрбиҙәр өсөн тағы ла 5 мең дана кейемгә заказ алған.






