Криптовалюта табыу тураындағы закон цифралы аҡсаны рәсмиләштерә, әммә байтаҡ сикләүҙәр ҙә индерә. Майнинг менән шөғөлләнеүселәр айырым реестрҙа теркәлергә, һалым органдарына отчет бирергә тейеш. Ә криптовалюта менән Рәсәй баҙарында иҫәпләшеү тыйылған. Рәсәйҙә майнинг менән шөғөлләнеү үҙенсәлектәрен хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина асыҡланрға тырышты.
Рәсәйҙә әлегә тиклем майнинг ярҙамында криптовалюта табыу сикләнеп килде. Хәҙер, яңы закон үҙ көсөнә ингәс был эш менән рәсми рәүештә шөғөлләнергә була. Әммә был беҙҙә лә Ҡытай йә Америкалағы екеңек эре майнинг фермалар барлыҡҡа киләсәк тигәнде аңлатмай. Сөнки билдәле сикләүҙәр бар.
Шулай ҙа майнинг тураһындағы законды ҡабул итеү криптовалюта өлкәһендәге шәхси эшҡыуарҙар өсөн был үҙ эштәрен рәсмиләштерергә һәм ҡурҡмайынса үҙ эшең менән шөғөлләнергә ярҙам итә.
Әйе, ҡабул ителгән закон рәсми рәүештә майнинг менән шөғөлләнергә рөхсәт итә. Тик әлеге ваҡытта Рәсәйҙең үҙәк банкы криптовалютаны ил эсендә ҡулланыуға ҡаршы.
Шуға ла майнинг менән шөғөлләнеүселәргә үтә лә иғтибарлы булырға кәрәк, юғиһә закон боҙоусы исемлегенә эләгергә лә мөмкин.






